Чишминцы Флорида Байкова и Салават Валикеев стали обладателями медалей «Канзафар бий»
Они являются активными членами Совета и много времени уделяют для сохранения исторической культуры и развития деятельности Рода Мин.
Салават Валикеев — имам-хатыб мечети «Салям» в Ябалаклах, а Флорида Байкова — заведующая Верхнетерминским СДК.

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты бинаһында Меңле ырыуының сираттағы ултырышы үтте. Көн тәртибендә » Мең ырыуы » йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов республикабыҙҙа үтәсәк Меңле ырыуының йыйыны һәм уның башҡарыласаҡ эштәре тураһында һөйләне. Кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр ҡаралды. Барлыҡ мәсьәләләр буйынса оргкомитет ағзалары үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул иттеләр. Йыйынды үткәререү буйынса Ойоштороу комитеты раҫланды.
Шулай уҡ, Меңле ырыуының күренекле тарихи эшмәкәрҙәрен мәңгеләштереү һәм мәҙәниәтен, рухилығын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барған һәм ҡатнашҡан Совет ағзаларына » Ҡәнзәфәр бей » ҙең иҫтәлекле миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы буйынса мировой судья Ғүмәр Әндәрйәнов, » Мең ырыуы » төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов, » Мең ырыуы » төбәк ойошмаһының яҙыу эштәрен алып барыусы Нәфис Аҡҡолов, Шишмә районы » Сәләм » мәсете имам — хатибы Салауат Вәликәев, » Дим буйҙары » гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәрова, Шишмә районы Үрге Тирмә мәҙәниәт йорто етәксеһе Флорида Байкова, Благовар районы Языково мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Элиза Шафеева бар.
Ф. Хәбибуллина.